Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Апрель 2021, 09:07

Бакиров Рихард Хәтмулла улына

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Бакиров Рихард Хәтмулла улын ғүмеренең матур байрамы - 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.


Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ҡайғы-хәсрәтһеҙ, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.
Ҡотлайбыҙ һине юбилейың менән,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй гел йылмайып тор,
Йөҙөң ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелеңдә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп,
Йәшәйек беҙ ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Әлфиә, ҡыҙҙарың Гөлназ, Әлиә, кейәүҙәрең Артур, Эдуард, ейән-ейәнсәрҙәрең Аделия, Ренат, Малик, Назар.
***
0446 Хөрмәтле Бакиров Рихард Хәтмулла улын матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, изгелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Филарит, Фәнисә Бакировтар.
Читайте нас