Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Апрель 2021, 16:13

Әни­сә Зәйнулла ҡыҙы һәм Зәбир За­риф улы Рәхмә­тул­лин­дарға

Мырҙа ауы­лында йә­шәүсе ҡәҙерле әсә­йебеҙ, өләсәйебеҙ Әни­сә Зәйнулла ҡыҙы һәм яратҡан атайыбыҙ, ола­та­йыбыҙ Зәбир За­риф улы Рәхмә­тул­лин­дарҙы 70 йәш­лек оло юби­лей­ҙары һәм 46 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Беҙҙе матур итеп оло тормош юлына баҫтырған, һәр яҡлап өлгө булған атай-әсәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн яҡты көн дә - ҡояш, оҙон юлдарҙа - маяҡ, ҡараңғы төндәрҙә - ай, кәңәшсе, йыуатыусы булып ҡалығыҙ. Яҡындары­ғыҙҙың рәхмәтен, ярҙамын, йылы ҡарашын, мәрхәмәтен тойоп йәшәгеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы hүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең hеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ hеҙ,
Атай-әсәй, hәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар hайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар
Осhон әле, hеҙҙән көнләшеп.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
Читайте нас