Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Апрель 2021, 11:22

Камалова Миң­ниса Нурмөхәмәт ҡыҙына

Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешем Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы Камалованы 75 йәшлек күркәм юби­лейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.

Һиңә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем. Яҡты йөҙөң, хәстәрлегең, сабырлығың өсөн ҙур рәхмәт. Һинең менән бергә ғү­мер иткән 55 йыл бик күптәргә үрнәк булып тора. Мин һинең менән ғорурланам һәм һоҡ­ланам. Һин барыһына ла өлгөрҙөң, береһенән-береһе аҡыллы балалар бүләк иттең. Атайымды, әсәйемде, туғандарымды ихтирам иттең. Эшеңдә лә тик алдынғы булдың. Тыуған яғың­ды, халҡыңды яраттың, уларға дан йырланың. Ҡә­ҙерлем, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын.
Тыуған көнөң алып килһен
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар.
Кешеләргә биргән йөрәк йылың
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ғәлинур.
***
0386 Һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәҙерле өләсәйебеҙ Камалова Миң­ниса Нурмөхәмәт ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле кешебеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йән рәхәте, тән сихәте теләйбеҙ. Атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ғәлинур Йыһанур улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп 55 йыл бергә татыу ғүмер итәһегеҙ. Киләсәктә лә бергәләшеп, килер көнгә ҡыуанып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡә­ҙер-хөрмәтенә төрөнөп, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Беҙгә ҡанат, оло терәк булып,
Йәшә, әсәй, шатлыҡта.
Сәләмәтлек аҡ бәхеттәр генә
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Әсәй! Беҙгә һин кәрәк.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнара, Зөлфиә, улың Илнур, кейәүҙәрең Рифат, Рәмил, Насип, киленең Эльвира,ейән-ейәнсәрҙәрең Лиана, Линара, Илүзә, Ғәлиә, Азалия, Динар, Гөлназ, Алмаз, Азамат, Розалия, Әмирә, Иҙел.
***
0416 Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Камалова Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙын матур ғүмер байрамы - 75 йәш­лек юби­лейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге те­ләк­тәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Кешелекле лә, изге күңелле лә, тырыш та, уңған да һин, ҡәҙерлебеҙ. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, ауылыбыҙҙа иң өлгөлө ғаилә, йәштәргә үрнәк булып, ауырымай-һыҙланмай Ғәлинур ағайым менән пар күгәрсендәй гөрләшеп, таҙалыҡта, тыныслыҡта, бәхетле ҡартлыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтендә, уларҙың шатлыҡлы хәбәрҙәрен генә ишетеп йәшәргә яҙһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар!?
Иң изге теләктәр менән һине ихтирам иткән балаларым, барса Камаловтар, Байғусҡаровтар, Исхаҡовтар, Хөсәйеновтар ғаиләләре исеменән ҡайынһеңлең Розалия.
***
0430 Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты исеменән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы Камалованы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы, Һеҙ милләтебеҙҙең һә­ләтле, егәрле, рухлы вәкилдәренең береһе булараҡ, ғүмерегеҙҙе тыуған ерегеҙгә хеҙмәт итеүгә бағышланығыҙ, мәҙәниәт, тел, әҙәбиәт тип янып йәшәйһегеҙ. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен белдерәбеҙ һәм матур ғүмер байрамығыҙҙа иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Арта­бан да шулай күңелегеҙҙәге йәшәү дәрте, рух күтә­рен­келеге менән тирә-йүнде яҡтыртып, ныҡлы сәлә­мәтлектә бәхетле оҙон ғүмер кисерегеҙ. Атасаҡ таңдарығыҙ – аяҙ, тыуасаҡ көндәрегеҙ – ҡояшлы, һаулығығыҙ ныҡ булһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.
***
0404 Хөрмәтле Камалова Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Хөрмәтле Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙы! Һеҙ – тыуған ерем, тыуған ауылым тип янып-көйөп йәшәгән, изге эштәр башҡарған, ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ шәхес. Хал­ҡы­быҙҙың күркәм йолаларын, моңло йырҙарын район, рес­пуб­лика кимәлендә үткән сараларҙа күрһәтеп, районы­быҙҙың мәртәбәһен күтәреүгә, рухи ҡомартҡы­быҙ­ҙы һаҡлап ҡа­лыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Киләсәктә һеҙгә йән ты­ныс­лығы, тән сихәте, ғаилә бәхете, оҙон ғүмерле, әлегеләй һы­лыу, йәштәр кеүек һомғол буйлы һәм нәзәкәтле ҡатын, ауы­лыбыҙҙың моңло һандуғасы булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һеҙгә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ.
Бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар менән
Таҙалыҡта үтһен йылдарығыҙ.
Иң изге теләктәр менән хаҡлы ялдағы уҡытыусылар.
***
0384 Ҡәҙерле Камалова Миңниса Нурмөхәмәт ҡыҙын 75 йәшлек юбилейы менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ. Тормош иптәшең Ғәлинур менән балаларығыҙҙың изгелеген күреп, шатлыҡҡа төрөнөп, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Клара, Светлана, Артур Иҙрисовтар.
***
0387 Йәмле яҙ миҙгелендә, бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған мәлдә ҡәҙерле дуҫыбыҙ Камалова Миңниса Нурмө­хәмәт ҡыҙы күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Яҙҙың үҙе кеүек яҡты йөҙлө, тырыш, уңған дуҫыбыҙҙы юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Хоҙай һине сәләмәтлектән, шатлыҡ-бәхеттән айырмаһын. Матур донъяның бар рәхәтлектәрен күреп, ғаиләң һәм туғандарың менән бергә тыныс тормошта йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Иҫһен елдәр, уҙһын йылдар,
Ҡартаймаһын тик йөрәк.
Оҙон-оҙаҡ йәшә әле,
Беҙҙән һиңә шул теләк.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарың Таңсулпан, Рим Сырлыбаевтар (Баймаҡ ҡалаһы), Сания, Рәүеф Нафиҡовтар (Учалы ҡалаһы), Әминә Байназарова (Бөрйән районы), Светлана Кучаева (Өфө ҡалаһы).
Читайте нас