Был көндө улар сәхнәгә түгел, ә спорт залына спартакиадаға йыйылды. Байрам сәбәпселәрен район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева ҡотлап, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе, артабан да ижади уңыштар юлдаш булыуын теләне. Бер төркөм алдынғылар Маҡтау ҡағыҙҙҙарына, Рәхмәт хаттарына, сертификаттарға эйә булды.
Артабан инде байрамдың иң күңелле мәле башланды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре командаларға бүленеп, төрлө "Күңелле старт"тарҙа ҡатнашты,волейбол уйнаны. Сара уйын-көлкөгә, позитивҡа бай булды. Ҡатнашыусылар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, ә ярыштарҙың еңеүсеһе булған район мәҙәниәт һарайы командаһына күсмә кубок тапшырылды.