Байрамдар
9 Апреля 2021, 10:37

Хөсәйенов Рафаэль Лотфулла улына

Мырҙа ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Ҡыр­мыҫ­ҡалы ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, ағайыбыҙ, туға­ныбыҙ Хөсәйенов Рафаэль Лотфулла улын 45 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡот­лайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә булған кү­ңел йылыбыҙҙы иң изге те­ләктәр аша еткерәбеҙ. Артабанғы ғү­мерең дә матур, яҡты, мәғәнәле уҙһын. Килә­сәктә лә якындарына терәк-таяныс һәм кәрәк булып, бергә-бергә бәхетле, оҙон ғүмер кисе­рергә яҙhын.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән әсәйең.
Читайте нас