Был көндө һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең яҡтыһын, изгеһен, күңел тыныслығы, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй шатлыҡ менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң -
Юбилейың, оло байрамың.
Ҡабул ит һин ихлас күңелдән
Изге теләктәрҙең бәйләмен.
Күңел күгең гелән аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш борсоуҙар.
Таҙалығың гелән ныҡлы булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?
Иң изге теләктәр менән ҡатының Рәмзиә, ҡыҙың Светлана, кейәүең Виктор, ейәнсәрең Виктория.