Даирә
+21 °С
Облачно
Байрамдар
2 Апреля 2021, 08:51

Хөснетдинова Мәүлетбикә Әғзәм ҡыҙына

Мырҙа ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Хөснетдинова Мәүлетбикә Әғзәм ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, һау­лыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юл­лайбыҙ! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон! Артабан да әлегеләй йо­март, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙ­лан­май, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Ки­ләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең- бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йоөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән Сәбилә, Олеся, Володя, Ғәҙилә, Хәлил, Земфира һәм балалар.
Читайте нас