Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, ҡатының Гөлсәсәк менән бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен йәшәргә яҙһын.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта.
Иң изге теләктәр менән дуҫтарың, туғандарың, Нажия, Флүр һәм Гүзәлиә (Үтәгән ауылы).