Килер көнгә ҡыуанып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ һаулыҡта, донъя именлегендә йәшәргә яҙһын. Ауылыбыҙға иман таратып уҡыған доғаларың, теләгән барлыҡ изге теләктәрең ҡабул булһын.
Оҙон ғүмер бирһен Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Изге теләктәр менән ағайың Ғәлинур, еңгәң Миңниса һәм беҙҙең балалар.
***
0392 Хөрмәтле Ҡасҡынбаева Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙын оло юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле Розалия Сәйетгәрәй ҡыҙы! Ғүмерегеҙҙе ерҙәге иң изге уҡытыусы һөнәренә арнап, белемегеҙҙе, тәжрибәгеҙҙе йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлттегеҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, уҡытыусылыҡҡа булған тоғролоғоғоҙ, кәңәштәрегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр саҡ шулай йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәйенсә, көслө рухлы булып оҙон ғүмер итегеҙ.
Сабыр ҙа һеҙ, ябай, кешелекле,
Ҡылғанығыҙ — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һеҙҙең көндәр,
Бәхетегеҙ булһын ғүмерлек.
Хоҙай Һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән Һеҙгә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөгөҙҙө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән 1970-се йылғы сығарылыш уҡыусылары исеменән Фаилә Яҡупова.