Бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бар ғаиләбеҙгә – балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин.
Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙөңдө күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.