Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр көнгә ҡыуанып, балаларыңдың изгелектәрен күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисер. Беҙҙе ҡыуандырып ауырымай-һыҙланмай йәшә лә йәшә әле!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Иң изге теләктәр менән ҡатының, улдарың Булат, Руслан, киленең Ғәлиә, ейәнсәрең Айлина, ейәнең Аслан.