Һиңә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, Рәзәлә апайыбыҙ менән бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Хоҙай һине күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән Рим һәм Мәүлиҙә.
Иҫке Шәрәй ауылы.