Даирә
+28 °С
Облачно
Байрамдар
26 Марта 2021, 06:34

Зөл­ҡәр­нәев Марат Нәж­мет­дин улына

Шәрипҡол ауы­­лын­да йәшәүсе һө­йөк­лө тормош ип­тә­шем, ҡәҙерле ата­йы­быҙ, ола­тайыбыҙ Зөл­ҡәр­нәев Марат Нәж­мет­дин улын матур ғү­мер байрамы - 70 йәш­лек юбилейы менән ҡот­лап, йөрәк түре­беҙҙән сыҡҡан иң изге теләк­тә­ребеҙҙе етке­рәбеҙ.

Яҡыныбыҙға ғү­мер­ҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон! Кешелекле лә, изге күңелле лә, тырыш та, уңған да ҡәҙер­ле­беҙ һин. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Килә­сәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡын­дарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар?!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас