Радик Рәжәп улы ошо ауылда тыуып үҫһә, Алһыу Фәнил ҡыҙы күрше Иҫке Бәпестән килен булып төшә. Хәҙер инде Миникәй Яҡуп ҡыҙы менән килен һәм ҡәйнә һымаҡ ҡына түгел, ә әсәй менән ҡыҙ кеүек яҡын кешеләргә әүерелгән улар. Шулай булмай ни, бер ҡыйыҡ аҫтында, бер уйлы, бер маҡсатлы булып 23 йыл татыу ғүмер кисерә ғаилә. Миникәй Яҡуп ҡыҙы йәштәр өсөн кәңәшсе лә, ауыр саҡта ҙур рухи терәк тә. Эйе, фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә ауырлығы ла, һикәлтәләре менән дә осрашырға тура килә. Бер туған Радик һәм Рәйеф Хәлитовтар хәҙер инде 17 йыл фермерлыҡ эшендә. Элекке колхоздар бөткәндән һуң, йәштәрҙең кемелер ҡалаға күсеп китә, кемдер ситкә йөрөп эшләй. Әммә Хәлитовтар бәхетте ситтән эҙләмәй – тыуған яҡтарының баҫыуҙарын эшкәртә башлай. 600 гектарға яҡын ерҙә иген культуралары үҫтерә улар. Йыл һайын мул уңыш йыйып алып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Бының артында күпме хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр, рухи көс ятҡанын яҡшы аңлап торабыҙ. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалғанғалыр (Рәжәп Фәтҡулла улы вафат булғанда Радик өс йәшлек кенә булып ҡала), моғайын, икеһе лә егәрле, маҡсаттарына ирешеүсән, ныҡышмал булып үҫә Хәлитовтар. “Ағайым Рәйеф Рәжәп улына ныҡлы терәк булыуы, хәстәрлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул атайым урынына ҡалған яҡын кешем, минең өсөн ҙур өлгө”, - ти Радик Рәжәп улы. Мәрхүм булған аталары бөгөн булдыҡлы улдары менән ғорурланыр ине, моғайын...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән кеүек, Радик Хәлитов ниндәй эшкә тотонһа ла, һынатмай. Кәрәк икән, техникаға йән өрә, ағас эшен дә белә, тимергә лә тотона. Ер эше булыу менән генә сикләнмәй, ҡура тултырып мал-тыуар аҫрай – һарайында үгеҙҙәр һаны 7-8-ҙән дә кәм булмай.“Ауыл ерендә шунһыҙ булмай, һәр нимәгә үҙеңә өйрәнергә тура килә”, - ти ул. Тормош иптәше Алһыу Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, эште еренә еткереп эшләргә, бар нимәне ныҡлы, сифатлы итеп башҡарырға ярата Радик ағай. Быны инде Хәлитовтарҙың донъяһына, йорт-ихатаһына күҙ һалғас та аңлап була: һәр ерҙә тәртип һәм бөхтәлек хакимлыҡ итә.
Һәр ирҙең уңышы артында уның ҡатыны тора, тигән аҡыллы һүҙҙәр бар. Үҙе уңған, үҙе гүзәл, бер һүҙ менән әйткәндә, баҫҡан ерендә ут сәсрәтерлек Алһыу янында Радик һымаҡ тырыш, егәрле булмау мөмкин түгелдер. Алһыу һәр бөтмөр ҡатын кеүек аш-һыуға оҫта, баҡса үҫтерергә ярата. Йәйен уңған хужабикәнең ихатаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелә, йыл һайын уларҙың төрҙәрен яңыртып тора ул. Үҙе үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән әҙерләнгән салаттар, һуттар, ҡайнатмалар йыл һайын үҙҙәренә лә, дуҫ-туғандарға күстәнәс итеп бирергә лә етерлек була. Әйткәндәй, үҙҙәре асыҡ, киң күңелле булғас, ғаилә дуҫтары күп уларҙың. Бергәләшеп гөрләшеп өмәләр үткәрәләр, республикабыҙҙың хозур мөйөштәренә ял итергә йөрөйҙәр.
Тормошта ниндәй генә уңышҡа ирешкән булһалар ҙа, атай һәм әсәй булған кешенең төп роле нәҡ балалар менән бәйле. Алһыу һәм Радик Хәлитовтар ике балаға ғүмер биргәндәр.
- Радмир улыбыҙ Р.Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлап, әлеге мәлдә ӨДНТУ-ла уҡып йөрөһә, Рушаниябыҙ 7-се класта белем ала. Балаларыбыҙҙы, эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн, тип хеҙмәт тәрбиәһе биреп үҫтерергә тырышабыҙ, - ти ата-әсә.
Ошо көндәрҙә Алһыу һәм Радик Хәлитовтар матур ғүмер байрамдарын – юбилейҙарын билдәләй. Үтелгән ғүмер юлына ҡарап, һөҙөмтәләр яһап, тағы ла нығыраҡ дәртләнеп алға ынтылыр мәлдәре әле уларҙың. Шөкөр, ҡыуаныр, тыныс күңел, ҡәнәғәтлек менән йәшәр өсөн барыһы ла бар. Киләсәктә яңынан-яңы шатлыҡтар өҫтәлеп торһон, ғүмер йомғаҡтары әләгеләй бәхет менән генә тәгәрәһен, иңгә-иң терәшеп, бар уйлаған уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырып йәшәргә яҙһын. Алһыу Фәнил ҡыҙының тормош иптәшенә бағышлап яҙған шиғыр юлдарында ла ошондай матур, изге теләктәре сағыла.
Боролоп ҡына ҡара әле, зинһар,
45 йәшең ишек ҡаға бит.
Ғүмеркәйҙәр сылтыр шишмә кеүек,
Әкрен генә, шөкөр, аға бит.
45 йәшем бөгөн тулды тип,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма.
Киләсәгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Сәләмәтлек булһын ҡартлыҡта.
Һинең менән үткән ғүмеремә
Үкенерлек түгел һис ҡасан.
Хоҙай беҙгә иҫәнлектәр бирһен,
Шатлығын да ҡушып бер ҡосаҡ.
Һоҡландырып йәшәйбеҙ беҙ
Һыр бирмәйенсә йәштәргә.
Гел дә шулай дауам итһен
Сал ҡунһа ла сәстәргә!
Бер яҡтан ҡарағанда, минең геройҙарым – ауыл ерендә йәшәүсе ғәҙәти ғаилә. Икенсе яҡтан - тормошта үҙ урынын тапҡан, матур, күркәм йәшәүҙең серен белгән лайыҡлы замандаштарыбыҙ улар. Тап улар кеүектәр булғанда ауылдарҙың киләсәге бар.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.