Даирә
+8 °С
Ясно
Байрамдар
22 Марта 2021, 11:03

Алһыу Фә­нил ҡыҙы һәм Радик Рә­жәп улы Хәлитов­тар­ға

Абдулла ауы­лын­да йәшәүсе ҡә­ҙерле Алһыу Фә­нил ҡыҙы һәм Радик Рә­жәп улы Хәлитов­тар­ҙы 40 һәм 45 йәш­лек матур юби­лейҙары менән ихлас күңелдән ҡай­нар ҡотлайбыҙ.

Бөгөн иң тыл­сымлы көнөгөҙ - һеҙҙең тыуған көнөгөҙ! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итеп алығыҙ. Был көндә һеҙгә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә те­ләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош. Ә беҙ һеҙҙе ҡанатландырған хыялда­ры­ғыҙҙың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ире­шеүегеҙҙе теләйбеҙ. Тормош һуҡмағынан атлаған­да тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә мөхәббәт һеҙҙең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һеҙ ҙә уның тәмен тойоп, тул­ҡын­да­ры менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшәгеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙсе тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгегеҙҙә.
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ, Хәлитовтар, Исламетдиновтар.
Читайте нас