Календарҙа күптән яҙ булһа ла, ҡыш тиҙ генә бирешергә теләмәне. Бурандары, ҡарҙары менән беҙгә үҙенең "холҡон" күрһәтеп алды. һәр кемебеҙ күңел төрөндә яҙҙы, йылы көндәрҙе көтәбеҙ. Яҙ килеү менән тормошобоҙға муллыҡ, ҡот ҡайта, тигән ышаныс бар. Район үҙәгендә үткән ҡышты оҙатыу тамашаһында ла ошондай матур теләктәр күп яңғыраны. Көн да, байрамды хуплағандай, матур бит: ҡояш, оҙаҡламай яҙ килә ул, тигәндәй ихлас йылмая. Сәхнәнән яңғыраған йыр-моң иһә сараны ҡатнашыусыларҙың кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Район мәҙәниәт һарайы артистары, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәре башҡаруындағы йырҙар, бейеүҙәр дәрте күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ килтереп, шатлыҡ осҡондарын өҫтәне. Ә инде майҙан уртаһындағы ҡарасҡыны яндырыуы сараның кульминацияы булды. Ҡотоң, шатлыҡтарың менән кил, яҙ!