Даирә
+13 °С
Ясно
Байрамдар
11 Марта 2021, 11:32

Байы­мова Фәрзәнә Булат ҡыҙына

Мөрсәк ауылында йә­шәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсә­йе­беҙ, һөйөклө өләсә­йебеҙ Байы­мова Фәрзәнә Булат ҡыҙын – 75 йәшлек оло юбилейы ме­нән ысын күңелдән ҡот­лайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ҡорос­тай һаулыҡ, таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғү­мер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күр­мәй, һаман шулай беҙгә терәк булып йәшә лә йәшә әле.
Әсәй, һиңә ошо йәмле байрамыңда төплө кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең, нурлы, көләс йөҙөң өсөн меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә!
Тыуған көнөң ҡотло булһын, әсәй,
Оҙаҡ йылдар яҙһын йәшәргә,
Ҡосағыңа беҙҙе ҡосоп алып,
Балам, тип, һөйөп өндәшергә.
Биргән кәңәштәрең, әсәйем,
Ғүмер буйы барырлыҡ,
Ҡылған яҡшылығың өсөн рәхмәт,
Теләйбеҙ һиңә сабырлыҡ.
Яратылып йәшә һәр саҡ,
Оҙон булһын ғүмерең.
Һин беҙҙең яҡын кешебеҙ,
Тик бәхеттәр теләйбеҙ.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Тәлғәт, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас