Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Март 2021, 11:41

Ғүмер байрамыңды күңелле үткәр

Хәҙер күптәребеҙ ғүмер байрамдарыбыҙҙы туғандар, дуҫтар менән иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарырға тырышабыҙ. Был байрамдарҙың юғары кимәлдә үтеүендә тамадаларҙың роле бик ҙур.

Оҙаҡ йылдар үткәс тә йылы тәьҫораттар менән, йылмайып иҫкә алырлыҡ байрамдарға йыш шаһит булырға ура киләме? Дөрөҫөн әйткәндә, йыш түгел. Күңелле, шул уҡ ваҡытта күңелдең иң нескә ҡылдарына тейерлек байрамдар үткәреү өсөн тама даларҙан ҙур оҫталыҡ талап ителә. Эйе, улар хәҙер бик күп, ләкин ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булған алып барыусылар һирәк. Һуңғы Арала Юлиә һәм Салауат Әйүповтар
уҙғарған тамашаларҙы маҡтау ҙарын йыш ишетәм. Ҡайһы бер тамадалар бит артыҡ ҡыланып, ҡунаҡтарҙы
биҙҙерәләр. Ә Әйүповтар алып барған сараларҙа тыныс та, күңелле лә мөхит, алып барыусының шаян
телле булыуы ҡунаҡтарға бик оҡшай. Әйүповтың исеме күптәргә таныш. Салауат Фәтих улы бына инде 10 йылдан артыҡ район Мәҙәниәт һарайында эшләй. Мәҙәниәт өлкәһендә етерлек тәжрибә туплап өлгөргән кеше
булараҡ, уға тамашалар алып барыуы, кешеләр менән уртаҡ тел табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
- Аллаға шөкөр, үткәргән тамашаларҙан халыҡ ҡәнәғәт ҡала. Кешеләрҙән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү беҙҙе тағы ла нығыраҡ дәртләндерә. Тере вокал, йәнле аралашыу, шаян телле, күңелле уйындар менән тамашалар бер
тында үтеп китә. Әҙәпһеҙ уйындар уҙғарыу яҡлы түгелбеҙ. Шулай уҡ ҡунаҡтарға төрлө костюмдар кейҙереүҙе лә хупламайым. Кеше ҡунаҡҡа ял итеү өсөн килә, икенсенән, былары барыһы ла ваҡытты ала, ә ресторан-кафеларҙа ваҡыт сикле. Тамашаларҙы шоуға әйләндермәйенсә, халыҡсан итеп уҙғарыу яҡлымын, - ти Салауат Фәтих улы.
Әйткәндәй, ҡайһы бер алып барыусылар үҙҙәре йырламағанға күрә, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе айырым саҡырырға тура килә. Салауат Фәтих улы үҙе алып барыусы, үҙе йырсы булһа, тормош иптәше Юлиә диджей пульты артында ултыра, шулай уҡ байрамдарҙы төрлө бейеүҙәре менән биҙәй. Юлиә Ирек ҡыҙы - "Байыҡ-
2013" республика телевизион конкурсы бейеүсеһе. Әйүповтар бай программалы тамашаларын башҡорт, татар, рус телдәрендә алып бара. Тәүҙә клиент менән осрашып, программа, уның барлыҡ нескәлектәре ураһында ентекләп уртаға һалып һөйләшеү мөһим, ти Салауат. Уйын дар ҙы, хатта дискотекала яңғыраясаҡ йырҙарҙы клиент менән бергәләп һайлау яҡшыраҡ.
Клиенттарҙың теләге буйынса төрлө йолаларҙы башҡарыу ҙа мөмкин. Мәҫәлән, туйҙарҙа һандыҡ һатыу, килен, кейәү һөйөү кеүек йолаларҙы үткәреүҙе һораусылар бар. Һуңғы арала айыҡ туйҙар, никахтарҙы кафеларҙа уҙғарыу модаға инеп китте. Уларҙы ойоштороу буйынса ла тәжрибәләре бар Әйүповтарҙың. Бынан тыш, никахтарҙы күсмә теркәү буйынса ла уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. - Туй-юбилейҙарҙы үткәреү – бик яуаплы эш, әммә ихлас күңелдән баш ҡарһаң, ҡыйынлығын тоймайым, - ти Юлиә һәм Салауат Әйүповтар. Эйе, элек туйҙарҙы, ҡунаҡтарҙы башлыса әүҙем, йыр-моңға маһир туғандарҙың береһе алып барыр булған. Ләкин хәҙер заман башҡа, заң башҡа, кеше ҡунаҡтарын, һыйлап, түрҙә генә ултыртыу яҡлы. Ә барлыҡ ойоштороу, ҡунаҡтарҙың күңелен асыу эшен тамадалар булғанда һәр ғүмер байрамын онотолмаҫлыҡ итеп уҙғарырға мөмкин. Ниндәйҙер танатана яҡынлаша икән, 8-937-308-91-67 (Салауат Фәтих улы) телефон
һандары буйынса шыл тыратып, барлыҡ һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Реклама хоҡуғында.
Читайте нас: