Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - иң наҙлы, матур байрамдарыбыҙҙың береһе. Был көндө гүзәл заттарға мәҙхиә йырлана, уларҙың йәмғиәтебеҙҙәге роле данлана. Ысынлап та, тормошобоҙ ҡатын-ҡыҙҙар менән күркәм, йәмле, ҡотло. Район мәҙәниәт һарайында үткән сараға төрлө ауыл биләмәләренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, төрлө өлкәләрҙә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙәре, шулай уҡ ғаиләләрендә йылылыҡ өләшеүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Бер төркөм гүзәл заттарға бер-бер артлы сәхнә түренә күтәрелде. Уларға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары, район Советының Маҡтау ҡағыҙҙары, республиканың Үҙәк һаҡлау комиссияһының, "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк ойшмаһының Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Шайморатов ауылынан Әминевтар ғаиләһе лә бар ине. Улар 50 йыл бергә татыу ғүмер кисергән өлгөлө ғаилә. Залда ултырыусылар уларҙы дәррәү алҡышлап тәбрикләне.