Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Март 2021, 11:41

Ҡунаҡбаева Нәүфилә Хисаметдин ҡыҙына

Шәрипҡол ауылында йәшәүсе Ҡунаҡбаева Нәүфилә Хисаметдин ҡыҙын матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Матур булып атһын таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән һәр бер балаңдың!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың.
Читайте нас: