Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Март 2021, 11:40

Бикҡолов Марат Раил улына

Үтәгән ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, ола­тайыбыҙ Бикҡолов Марат Раил улын 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел көрлөгө теләйбеҙ. Балаларың һәм ҡатының өсөн һәр саҡ терәк, кәңәшсе булып, тормошоңдо йәмләп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисер. Барлыҡ уй-теләктәреңде тормошҡа ашырып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Сәләмәт бул, рәхәт йәшә,
Ҡояш ҡунһын күңелең түреңә.
Туғандарҙы шулай бергә туплап
Атла әле тормош үренә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Нәзифә, улдарың Марсель, Илмир, килендәрең Регина, Лена, ейән-ейәнсәрҙәрең Камилла, Диана, Морат, Илнара.
Читайте нас: