Ҡәҙерле кешеләребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, күңел күтәренкелеге, имен тормош теләйбеҙ. Һеҙҙең изгелектәрегеҙгә, ярҙамығыҙға яуап булып, рәхмәт һүҙҙәребеҙ матур теләктәргә үрелеп, һеҙгә юлланһын. Киләһе көндәрҙә тормош йәмен, матурлығын тойоп, яҡындарығыҙға терәк-таяныс булып, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын. Һәр саҡ күңелегеҙҙе изгелек, сафлыҡ, йөҙөгөҙҙө нурлы йылмайыу биҙәһен.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош
Беҙҙән һеҙгә әйтер теләктәр.
Иң изге теләктәр менән Бакировтар, Сабировтар, Ғәйнуллиндар ғаиләләре.