Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Февраль 2021, 12:08

Әсәйебеҙ, өләсә­йе­беҙ Әми­нә Һаҙый ҡы­ҙы һәм атайыбыҙ, олата­йы­быҙ Хәмит Сә­ғит улы Хө­сә­йенов­тар­ға

Ҡырмыҫҡалы ауы­­лында йәшәүсе ҡә­ҙерле әсәйебеҙ, өләсә­йе­беҙ Әми­нә Һаҙый ҡы­ҙы һәм атайыбыҙ, олата­йы­быҙ Хәмит Сә­ғит улы Хө­сә­йенов­тар­ҙы алтын туй­ҙары менән ихлас кү­ңел­дән ҡайнар ҡот­лайбыҙ.

Ошо уңайҙан беҙ, ба­ла­ла­ры, ҡәҙерлеләребеҙгә ихлас ҡотлау һүҙ­ҙәрен еткерәбеҙ! Алдағы тормошоғоҙ шатлыҡ­тарҙан, яҡты, аяҙ көндәрҙән генә торһон, иҫәнлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ. Һеҙгә булған рәхмәтебеҙҙе һүҙ менән генә әйтеп бирергә мөмкин түгел. Беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәкһегеҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә бәхете насип булһын. Балаларығыҙҙың изгелеген күреп, оҙаҡ йылдар ғүмер кисерергә яҙһын.
Байрамығыҙ менән ҡотлап,
Атай-әсәй, һеҙгә өндәшәбеҙ.
Һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк булып,
Пар ҡанаттар булып йәшәгеҙ.
Беҙҙе кеше итеү өсөн
Китте бөтөн көсөгөҙ.
Шуға ла һеҙ беҙҙең өсөн
Алтынға тиң кешеһегеҙ.
Һеҙгә яҙмыш бүләк иткән
Бергә-бергә ғүмер итергә.
Һикәлтәле тормош һуҡмаҡтарын
Етәкләшеп бергә үтергә.
Иң изге теләктәр менән балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Ҡәҙерле апайыбыҙ Әминә Һаҙый ҡыҙы һәм еҙнәбеҙ Хәмит Сәғит улы Хөсәйеновтарҙы ҡулға-ҡул тотоношоп 50 йыл бергә йәшәүҙәре менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙ - иң бәхетле пар. Иҫәнлектә, тигеҙлек менән алтын туйға килеп етеү - ҙур бәхет. Тормош юлығыҙ - беҙҙең өсөн баһалап бөткөһөҙ матур өлгө, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һеҙгә ҡарап шатланабыҙ. Лайыҡлы балалар үҫтерҙегеҙ, хәҙер инде ейәндәрегеҙ шатландырып үҫеп килә. Киләсәктә лә бер-берегеҙгә терәк һәм таяныс булып, пар күгәрсендәй гөрләшеп, һаулыҡта, оҙон һәм бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән һеңлеләрең Фәриҙә, Тәнзилә, Тәғзимә, кейәүҙәрең Әнәс, Фәнил, Володя һәм беҙҙең балалар, ейәндәр.
Читайте нас: