Бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе балаларыңа, туғандарыңа һәм яҡындарыңа бирәһең. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зифа, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.