Тырыш, ярҙамсыл ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып торһон. Киләсәктә лә изгелекле, туған йәнле булып, яҡындарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта ғүмер кисерергә яҙһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың, апайың Флорида, еҙнәң Ришат һәм Динара.