Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
20 Февраль 2021, 17:47

Донъялар тыныс булһын!

Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең изге бурысы. Илебеҙ һаҡсылары Ватанға сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Әлбиттә, ир яҙмышы ил яҙмышынан айырылмай. Ауыр булһа ла, тарих биттәрен асабыҙ. Хәрби бурыстарын ҡыҙыу нөктәләрҙә үтәүселәрҙе лә һәр саҡ хәтерҙә һаҡларға тейешбеҙ.


Һәүәләй ауылында тыуып үҫкән Фәнүр Нәзиров ауылдарындағы мәктәпте тамамлағас, Ҡырмыҫҡалы һөнәрселек училищеһында водитель һөнәренә уҡып сыға. Ошо уҡ 1999 йылдың көҙөндә армия сафына алына. Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында хәрби часта туғыҙ ай буйы ныҡлы хәрби әҙерлек үтеп, Чечен Республикаһына ебәрелә. Бында ла теп-теүәл туғыҙ ай Шали ҡалаһындағы артиллерия ғәскәрҙәрендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. Был йылдарҙа хәрби бәрелештең икенсе тулҡыны башланған осор була. Сая бөркөт кеүек ҡыйыу егет тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнаша.
Хәрби хәрәкәт ветерандары баштарынан кисергәндәрен һөйләргә бик яратмай. Фәнүр Марат улы ла таулы Кавказда хеҙмәт итеү осорон бер-ике һүҙ менән генә әйтеп үтте.
- Һәр ерҙә үлем һағалаһа ла, бер кем дә һуғыштан ҡурҡманы. Шулай тейеш тип ҡабул иттек. Хәрби бурысты теүәл үтәү беҙҙең маҡсат ине. Палаткаларҙа туғыҙ ай буйы 30-ар һалдат йәшәнек. Палатка бер метр тирәһе соҡолған ерҙә урынлашҡайны. Уның тыштан башы ғына күренә ине. Шунда буржуйка яҡтыҡ, ашарға бешерҙек, - тине ул.
Ул әле лә иптәштәре менән үткәргән хеҙмәтен, ауылдан килгән хаттарҙы яҡты бер хәтирә менән һағынып иҫкә ала. Хеҙмәттәштәре менән бәйләнеш бөгөнгө көндә лә лә өҙөлмәй. Ә 1 июль – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уның тыуған көнө менән тура килә. Был көндө уларҙың йорттарына Чечняла хеҙмәт иткән ауылдаштары килә. Йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә өлгө булған ир-егеттәр иртә олоғайтҡан хәрби йылдарын, һәләк булған иптәштәрен бергәләшеп иҫкә алалар. Байтаҡ йылдар уҙыуға ҡарамаҫтан, өҙөлөп һағыныуҙар, һәләк булған иптәштәр, әсәйҙәрҙең күҙ йәштәре бер ҙә онотолмай. Фәнүр Марат улы армиянан ҡайтҡан көнөн, әсәһенең күҙ йәштәре аша ҡаршы алыуын тулҡынланмай иҫкә алалмай. Борсолоуҙар менән көткән әсәһенә уның рәхмәте сикһеҙ.
Һуғышта сынығыу алған Фәнүр Нәзиров хеҙмәт юлын Куйбышев тимер юлында оператор-дефектоскопист булып башлай. Бында ике тиҫтәгә яҡын йыл эшләй. Һуғыш утынан иҫән әйләнеп ҡайтҡан егет ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, көн дә поездарҙың хәүефһеҙ йөрөүе өсөн ун саҡрым тирәһе аралыҡтағы туҡталыш араларын арба һөйрәп йәйәү үтә. Артабан ул КамАЗ машинаһын һатып алып, йөк ташыу буйынса шәхси хеҙмәттәр башҡара.
Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан егеттең ҡорған донъяһы, үҙе һалған йорто балҡып тора. Ҡураһында аттар тота, һыйыр малдары аҫрай. Баш ҡалала республика балалар дауаханаһында фельдшер-лаборант булып эшләгән ҡатыны Гүзәл Закир ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Элина 9-сы класта, Сабина 5-селә уҡыйҙар. Ҡыҙҙары яҡшы уҡыуҙары, тырышлыҡтары менән һөйөндөрәләр. Ә Тигранға әле 3 кенә йәш. Балаларының бәхетле, тыныслыҡта йәшәүҙәрен теләп, уларға һуғыш күрергә яҙмаһын, тип теләй Нәзировтар.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.
Читайте нас: