Даирә
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Февраль 2021, 22:20

Һуҡыр ҡатын

Күршем – һуҡыр апай. Тәүҙә әллә ни аралашмаһаҡ та, нисектер бер һөйләшеп киттек. Уға магазиндан алып ҡайтып килгән әйберҙәрен күтәрешергә ярҙам иткәйнем. Уның яҡшы күңелле, мөләйем апай икәнлеген белеп ҡалғас, йышыраҡ инә башланым янына. Юҡ, ул яңғыҙ, ҡаралмаған кеше түгел. Өс балаһы ла әсәй тип өлтөрәп тора, үҙе кеүек үк һуҡыр бер ағай менән йылы мөнәсәбәттә икәнлеген дә белә инем. Гөлфинур апай ҡыҙыҡ әңгәмәсе, белмәгән нәмәһе юҡ. Тик үҙе тураһында йыш һөйләмәй ул. Бер көн иһә асылып китте. Бына уның тарихы.

Йәш саҡ – матур саҡ. Кешеләр осраша, ғашиҡ була, өйләнешә. Гөлфинур менән Байрамғол - бер ауыл кешеләре, бер-береһен бәләкәйҙән беләләр. Бер нисә ай ҙа осрашмай өйләнешәләр. Тәүҙә ирҙең әсәһе менән торалар, дүрт йылдан айырым йорт һалып сығалар. Улар икеһе лә бик тырыш, емертеп донъя көтә, сәмләнеп йәшәй.
Гөлфинурҙың бәләкәй саҡтан күҙе насар күрә. Күҙлек кейеп йөрөй ул. Өлкән улы тыуғас, күреү һәләтенең насарланыуын тоя, тик ауыл кешеһе быға иғтибар итеп торамы? Балам бәләкәй тип тормай, үҙен аямай донъя көтөүен дауам итә. Ике йылдан ҡыҙы тыуғас, тағы насарлана күҙе, ҡалыныраҡ күҙлек кейә. Тик ауыл кешеһе йәнә донъя көтөүҙе һаулығынан өҫтөнөрәк ҡуя. Мал ҡарарға кәрәк, баҡса, эш... Бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт.
Икенсе балаһын тапҡас, табиптар уға бүтән тыуҙырмаҫҡа кәңәш итә, йәки сабыйҙы операция менән генә аласаҡтарын киҫәтә. Әммә йәнә ауырға ҡалған Гөлфинурҙың балаһын төшөрөргә йөрәге етмәй. Байрамғол да ҡатынын аямай, табырға ҡуша. Донъя көтөүҙең мәшәҡәттәре лә Гөлфинурҙың иңендә була.
Баланы операция юлы менән табып өлгөрмәй, дауаханаға барып етә алмайҙар – юлда тыуа ҡыҙы. Һөҙөмтә насар: сабыйын ҡулға алғас, Гөлфинур уны йүнләп күрмәй ҙә... Сабыйға ярты йәш тигәндә, күреү һәләтен бөтөнләй юғалта. Дауаханаға алып барып һалалар, тик һуң була – тома һуҡыр ҡала.
Гөлфинур дауаханала оҙаҡ ҡына ята, бер ай самаһы. Операция эшләйҙәр, башҡа процедуралар... Тик шуныһы аптырата: ире янына бер тапҡыр ҙа килмәй. Ә аҙаҡ туғандарынан Байрамғолдоң унан баш тартыуын ишетә.
Дауахананан Гөлфинурҙы атаһы килеп алып, килен булып төшкән йортона алып бара. Ире тәүге көндәрҙә бер нәмә лә өндәшмәй. Тик уның ҡәнәғәт түгеллеген әллә ҡайҙан тоя ҡатын. Аҙаҡ ире йөҙөнә бәреп әйтә: “Бәләкәй ҡыҙҙы ал да атайыңа ҡайтып кит. Өлкәндәре миндә ҡалыр. Башҡа ҡатын алам мин, һинең кеүек имгәк нимәгә? Бәләкәй ҡыҙға әлегә кәрәкһең. Имеүен ташлап, әҙерәк нығынһа, килтерерһең”.
Ни эшләһен һуҡыр ҡатын? Сабыйын ҡосаҡлап тыуған йортона ҡайта. Яңғыҙ йәшәгән атаһы уны ҡабул итә, әлбиттә. Һуҡыр ҡалғанына бер ҡайғырһа, иренең был ҡылығы уны бөтөнләй аяҡтан йығыр хәлгә еткерә. Күп тә үтмәй уның күрше ауылдан йәш ҡатын алып ҡайтҡанын ишеткәс, сәмләнә. Яңынан йәшәргә өйрәнә, ҡараңғы донъяны яйлап танып белә башлай.
Үгәй әсәй, әлбиттә, сит балаларҙы ҡабул итмәй. Кәмһетә, ҡыйырһыта. Балалар аталарынан ҡасып әсәһе янына йөрөй башлай. Уға йәшәргә көс өҫтәлә. Гөлфинур атаһы менән кәңәшләшә лә баш ҡалаға һуҡырҙар йәмғиәтенә китергә була. Алдан һөйләшеп, ятаҡтан бүлмә һәм эш әҙерләп ҡуялар. Балаларының да әйберҙәрен, документтарын йыйып, дүртәүләп шым ғына ҡасалар.
Һүҙ ҙә юҡ, ауыр була. Тик ҡатын балалары хаҡына тырыша. Һуҡыр булһа ла, тегенсе һөнәрен үҙләштерә, махсус уҡып сыға. Икенсе сменаға ҡала, төнгөлөккә эш алып ҡайта. Балалары уның күҙҙәре була.
...Әле барыһы ла яҡшы. Улы һәм ҡыҙҙары ҙурайып, белем алған, өйләнгән. Үҙ ғаиләләре менән йәшәһәләр ҙә, әсәләренә көн дә тиерлек килеп йөрөйҙәр. Һуҡырҙар йәмғиәтендә Гөлфинур апай бер яҡшы ғына кеше менән танышҡан. Булат ағай ошо арала уға өйләнешергә тәҡдим яһаған икән. Балалар ҙа риза һәм хуплай.
Тәүге иренә килгәндә, ауылдаштарынан ишетеп белеүенсә, тәүҙә ул балаларын пыр туҙҙырып эҙләй, тик тиҙ төңөлә. Йәш ҡатыны уны күп тә тормай ташлап китә, донъя емерелә һәм Байрамғол эскегә һабыша. Балалары биш йыл элек әсәһе ҡушыуы буйынса янына барып килә. Ир аяҡтарына йығылып ғәфү үтенһә лә, уны, әсәләрен ауыр хәлдә ташлаған аталарын ҡабул итмәй ғәзиздәре. Ә ике йыл элек уның яңғыҙлыҡта үлеп ҡалғанын ишетәләр.
Автор: Альфия Мингалиева
Фото: ochkov.net
Читайте нас в