Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Февраль 2021, 12:10

Ҡотло булһын тыуған көнөң, ҡәҙерлебеҙ!

Әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәнүзә Әбделғәзиз ҡыҙы Әминева һуғыш башланған йылда Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылында донъяға килә. Был дәһшәтле йылдар балаларҙы наҙлап, иркәләп үҫтереүҙән мәхрүм итә.

Улар асҡа-туҡ булып, ауыр йылдарҙың бар михнәттәрен үҙ иңдәрендә татып үҫә. Атай наҙын бөтөнләй күрергә тура килмәй ҡәҙерлебеҙгә. Атаһы һуғышта һәләк булып ҡалғандан һуң әсәһе өс бала менән тыуған ауылы – Игенйылғаға күсенеп ҡайта. Ошо ауылда уның балалыҡ, үҫмер, йәшлек йылдары үтә. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһына төҙөлөштә эшләргә китә.
- Тимер юлында шпалдар һала торғайныҡ. Ир-аттар эшләй торған ауыр эштәрҙе башҡарырға тура килде. Шулай ҙа беҙҙең осор кешеләре ныҡ булған, бирешмәгәнбеҙ, - тип иҫкә ала яҡыныбыҙ.
Атайыбыҙ Йәмил Йомадил улы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп йөрөгәндә танышалар. Бер-береһен оҡшатып, улар ғаилә ҡороп ебәрә. Иң өлкән улдары Рәсил Стәрлетамаҡта тыуа. Ләкин улар атайыбыҙҙың тыуған ауылы Ҡарлыманға ҡайтырға ҡарар итәләр. Бында улар тағы ике улға – Рауил менән Фәнзилгә ғүмер бүләк итәләр. Атайыбыҙ колхозда механизатор булып эшләһә, әсәйебеҙ баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерҙе, фермала һарыҡтар ҡараны. Икеһе лә намыҫлы, тырыш булыуҙары менән беҙгә өлгө булдылар. Улдарының барыһын да хәрби хеҙмәткә оҙатып, ҡаршы алдылар, туйҙар үткәрҙеләр. Килендәре Рәйҙә, Райхана, Зөлхизәне үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул иттеләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштоң ауыр һынауы әсәйебеҙҙе лә урап үтмәй. Атайыбыҙ йәмле йәй көндәренең береһендә бал ҡортонан сағылып, ҡапыл вафат булды. Йәшләй тол ҡалыуына ҡарамаҫтан, ул төп йорттоң ҡотон ебәрмәй, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә-емеш үҫтереп, донъя көтөүен дауам итте. Атай кәңәштәренә, ярҙамына мохтаж сағыбыҙҙа әсәйебеҙ беҙгә аҡыллы кәңәштәре менән терәк була белде.
Алсаҡ, киң күңелле, йомарт, уңған әсәйебеҙҙе күрше-күләне, ауылдаштар ҙа бик ихтирам итә. Ул бар балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә үҙ ҡулдарының йылыһын һалып бәйләгән ойоҡбаштарын, бейәләйҙәрен еткереп тора. Һәр балаһының ҡайтҡанын тәмле аштар, ҡоймаҡ-бәлештәрен бешереп көтөп ала, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала. Алты ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре булыуы менән дә бик бәхетле ул.
Ошо хозур ҡыш көндәрендә ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ һәм ҡарт өләсәйебеҙ 80 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ихтирамын һәм иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшә! Барлыҡ яҡшылыҡтарың һәм изгелектәрең сауап булып үҙеңә ҡайтһын, һиңә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен! Ауырымай-һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшә! Беҙ һин булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Нурлы булһын һәр саҡ күҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Моңланмаһын һис тә йөҙкәйең.
Бәхет, шатлыҡ һиңә юлдаш булһын,
Ҡыуаныслы булһын көндәрең.
Яндарыңда һәр саҡ гөрләп торһон
Балаларың – тормош гөлдәрең.
Балаларың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.
Читайте нас: