Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.
Һинең иҫән булыуың, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъяны йәмләп йәшәүең беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, hис ҡартайма,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Ғүмереңдең hәр бер таңы
Бәйләм, бәйләм бәхет килтерһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлфиә, кейәүең Шамил, улың Азамат, киленең Гөлнара, ейән-ейәнсәрҙәрең Валера, Әлфинә, Әлфизә.