Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, һәр атҡан таңға шатланып йәшәргә насип булһын. Һин беҙҙең донъябыҙҙың йәме. Ҡайтырға тыуған йортобоҙ, көтөп торған яҡыныбыҙ булғанға беҙ бик бәхетле. Ошо бәхеттән Хоҙай Тәғәлә оҙаҡ йылдар айырмаһын ине. Тыуған өйөбөҙҙөң тәҙрәләрендә уттар һүнмәһен, һәр ваҡыт үҙенә саҡырып торһон.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.