Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙ, донъябыҙ һинең менән яҡты. Алсаҡлығыңа, тормошто яратыуыңа, көслө рухлы булыуыңа һоҡланабыҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, сабыр холҡоң, бөтәбеҙгә лә хәстәрлекле булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, рухи көс өҫтәп, балаларыңдың изгелеген күреп, бөгөнгөләй нур сәсеп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңдарың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнәзирә, Гөлнур, Эльвира, улдарың Илдар, Айнур, кейәүең Владимир, килендәрең Айгөл, Ләйсән һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең.