Йәй көндәре малдарға бесән әҙерләй, ҡышын мал-тыуар ҡарай. Шулай уҡ атайым менән машинала йөрөргә яратам. Ул мине үҙе менән бесәнгә йөрөтә. Атайым бесән сапҡанда мин еләк йәки мәтрүшкә йыям. Баҡса эштәрен дә ғаилә менән бергә эшләйбеҙ.
Киләсәктә атайыма оҡшап эшһөйәр, алтын ҡуллы, уңған булырға теләйем. Унан үрнәк алам, уның кеүек булырға тырышам.
Мин атайымды ныҡ яратам һәм уның менән ғорурланам. Уның йөҙөнән йылмайыу китмәһен, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйем.
Айбулат ШӘРИПОВ,
Түбәнге Төкөн мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы.