Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, изгелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә.
Ҡотлайбыҙ һине юбилейың менән,
Күҙҙәреңдә нурҙар һүнмәһен.
Бөгөнгөләй гел йылмайып тор,
Йөҙөң ҡайғы-хәсрәт күрмәһен.
Тормош юлың һинең балҡып торһон,
Бәхет, шатлыҡ булһын күңелеңдә.
Һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп
Булайыҡ беҙ ғүмер-ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Фәүзәнә, ҡыҙҙарың Гөлназ, Зәлиә, Гөлшат, кейәүҙәрең Флүр, Илдар, Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләсәң.