Нур һибеүсе яҡты ҡояшыбыҙ! Һине матур байрамың – тыуған көнөң менән ысын күнелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡәҙер-хөрмәтенә күмелеп, һәр атҡан таңға шатланып йәшәргә насип булһын. Һин беҙҙең өсөн терәк-таяныс, изге кәңәштәрең менән ҡанатландырып, йәшәргә өйрәтеп тороусыбыҙ. Гел шундай матур күңелле булып ҡал. Ошо бәхеттән Хоҙай Тәғәлә оҙаҡ йылдар айырмаһын ине.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Мәхүбә, ҡыҙың Ләйлә, кейәүең Илшат, ейән-ейәнсәрҙәрең Лиана, Линара, Рамаҙан, Илнара.