Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Февраль 2021, 11:03

Әхмәтшина Тәнзилә Ибәтулла ҡыҙына

Ҡарлыман ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әхмәтшина Тәнзилә Ибәтулла ҡыҙын 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Һиңә ҡоростай һаулыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һау­лыҡ теләйбеҙ һәм ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер насип булһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улдарың, килендәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
***
0166 Хөрмәтле Әхмәт­шина Тән­зилә Ибәтулла ҡы­ҙын ысын күңелдән 80 йәш­лек күркәм юбилейы менән ҡай­нар ҡотлай­быҙ. Ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъя­ға кил­гәнгәлер ҙә, уның күңеле һәр саҡ аҡ, гел изге­лектә генә. Ҡыштың ап аҡ ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек бал­ҡытһа, беҙҙең Тәнзилә апа­йы­быҙ ҙа үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде ма­турлай. Уға ошо йәмле бай­рамында төплө кәңәш­тәре, һәр саҡ көләс йөҙө өсөн меңдәрсә рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һиңә алдағы тормошоңда ҡоростай сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Ҡотлау менән Ҡарлыман ауылы мәҙәниәт йортоноң “Сылтыр шишмә” фольклор ансамбле.
Читайте нас: