Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Февраль 2021, 11:02

Бикҡужина Әлфиә Гәрәй ҡыҙына

Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙым, туғаныбыҙ, апайыбыҙ Бикҡужина Әлфиә Гәрәй ҡыҙын 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе генә еткерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Киләсәк көндәреңдең өмөтлө булыуын, ғүмер йомғағыңдың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәүен теләйбеҙ. Әлегеләй уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, балаларыңа, туғандарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәр генә күреп, Азат кейәү менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә.
Ҡотло булһын матур юбилейың,
Юлдарыңда ынйы һибелһен.
Тормошоңдоң атҡан алһыу таңы
Бөтмәҫ бәхет кенә килтерһен.
Юлдарыңда аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә
Ҡайғы-хәсрәт баш осонан уҙһын,
Шул теләктәр беҙҙән һиңә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, апайҙарың, ағайҙарың, еҙнәңдәр, еңгәңдәр исеменән Сажиҙә еңгәң, Хәйҙәр ағайың, туғандарың Айҙар, Илвир.
0168 Бикҡужина Әлфиә Гәрәй ҡыҙына
Ҡәҙерлебеҙ! Һине 45 йәш­лек матур юбилейың - дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тор­моштоң, йә­шәү­ҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡот­лайбыҙ. Һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, баш­ҡорт моңондай оҙон, бә­хетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөс­тәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡын­дарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Тыуған көнөң ҡотло булһын,
Һөйөклө, ҡәҙерлебеҙ,
Иң яратҡан, яҡын күргән
Һин беҙҙең туғаныбыҙ.
Иҫһен елдәр, уҙһын йылдар,
Ҡартаймаһын тик йөрәк.
Оҙон -оҙаҡ йәшә әле,
Беҙҙән һиңә шул теләк.
Иң изге теләктәр менән апайың Гөлсиә,
еҙнәң Илгиз һәм туғандарың.
Читайте нас: