Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Февраль 2021, 11:14

Ғөзәйерова Әлмира Искән­дәр ҡыҙына

Иҫке Муса ауылында йәшәүсе ҡәҙерле Ғөзәйерова Әлмира Искән­дәр ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай һаулыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлектәр генә теләйбеҙ. Көн­дә­рең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һа­ман шулай беҙгә терәк булып, йәшә лә йәшә әле. Ошо йәмле байрамыңда төплө кә­ңәш­­тәрең, йылы һүҙҙәрең, нурлы, көләс йөҙөң өсөн меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ һиңә! Һин донъяның затлы, һауаплы кешеләренең бере­һелер.
Тыуған көнөң ҡотло булһын һинең,
Оҙаҡ йылдар яҙһын йәшәргә.
Ҡосағыңа беҙҙе ҡосоп алып,
Балам, тип, һөйөп өндәшергә.
Биргән кәңәштәрең һинең
Ғүмер буйы барырлыҡ,
Ҡылған яҡшылығың өсөн рәхмәт,
Теләйбеҙ ҙур сабырлыҡ.
Яратылып йәшә һәр саҡ,
Оҙон булһын ғүмерең.
Һин беҙҙең яҡын кешебеҙ,
Тик бәхеттәр теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наил, балаларың Фәрит, Фәриҙә, Айгизәр, килендәрең, кейәүең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: