Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Февраль 2021, 11:18

Ғәй­фул­лин Ғайса Йосоп улына

Малай ауылында йәшәүсе ҡә­ҙер­ле тормош иптәшем, ата­йы­быҙ Ғәй­фул­лин Ғайса Йосоп улын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡәҙерле кешебеҙгә ҡо­ростай ныҡлы һаулыҡ, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, күңел тыныслығы теләй­беҙ. Балаларының изгелектәрен күреп, улар­ға терәк-таяныс булып, ҡыуан­дырып, ҡайғы-хәсрәт күр­мәй, оҙон-оҙаҡ йә­шәр­гә яҙһын. Арта­банғы ғүмереңде лә ҡотло, имен тормош, шатлыҡ-ҡыуа­ныстар ғына биҙәһен! Баҫҡан аҙымдарың ныҡ, башлаған эштәрең һәр саҡ уң булһын!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр.
Насип булһын артабан да йәшәү
Ғаилә бәхетенә ҡыуанып,
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был доъяның татып, ҡыуанып.
Иң изге теләктәр менән ҡатының һәм балаларың.
***
0131 Малай төп белем биреү мәктәбе директоры Ғәйфул­лин Ғайса Йосоп улын 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡай­нар ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шат­лыҡ-бәхет, яҡын­дарығыҙҙың күңел йылыһын тойоп, тор­мош­­ҡа һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Атасаҡ таң­дарығыҙ - аяҙ, тыуасаҡ көндәрегеҙ - ҡояшлы, сәләмәт­легегеҙ ныҡ булһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен Һеҙгә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән мәктәп коллективы.
***
Хөрмәтлеҽ ғаилә дуҫыбыҙ Ғәйфуллин Ғайса Йосоп улын ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Беҙҙең дуҫыбыҙ - өлгөлө ғаилә башлығы, иғти­барлы һәм хәс­тәр­лек­ле атай, эшендә яуаплы һәм намыҫлы етәксе, атаһы, туғандары өсөн ныҡлы таяныс һәм терәк. Күркәм байрамы менән ҡотлап,уға йөрәк түренән урғылған иң изге теләк­тәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яҡындарыңдың һөйөүен, ихтирамын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрө­нөп, бәхетле ғүмер ки­се­рергә яҙһын. Һәр ваҡыт әлегеләй көслө рухлы, кеше­лек­ле, ярҙамсыл һәм оло йөрәкле булып ҡал. Һиңә һау­лыҡ,оҙон ғүмер,бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ. Йө­рәгеңде дәрт-дарман, беләгеңде көс-ғәйрәт ташла­ма­һын.
Ғүмереңдең был миҙгеле –
Туҡтап бер йырлап алыу,
Үткәндәргә шөкөр итеп,
Киләсәккә юл һалыу!
Тыуған көнөң менән, дуҫыбыҙ,
Көләс булһын йөзҙәрең.
Баҡсалағы гөлдәр кеүек
Йәмле үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән Рәмзилә һәм Раил Байегетовтар, Финат һәм Ләйсән Йәлиловтар, Рифат һәм Зәлифә Юламановатар.
Читайте нас: