Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Февраль 2021, 11:10

Хөсәйенова Зәкирә Миннеәхмәт ҡыҙына

Ҡустығол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйем, өләсәйем, ҡәйнәм Хөсәйенова Зәкирә Миннеәхмәт ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға килгәнгәлер ҙә, әсәйебеҙҙең күңеле һәр саҡ аҡ, гел изгелектә. Ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә. Яҡыныбыҙ ғүмер буйына фермала, сөгөлдөр баҫыуында ауыр эштәр баш­ҡарҙы. Атайыбыҙ йәшләй вафат булғандан һуң, беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләп үҫтереп, һәр беребеҙҙе үҙ аллы тормошҡа сығарыу өсөн бар тырышлығын һалды. Бөгөн дә ул беҙҙе тәмле аштар бешереп, һағынып көтөп ала һәм оҙатып ҡала.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Яҡындарыңды шатландырып, беҙҙең өсөн һөйөнөп, беҙгә терәк, кәрәк, өлгө, аҡыллы кәңәш­себеҙ булып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың иң-иң ҙурыһын.
Бәхеттәрҙең ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, кейәүең Илшат, ейәнсәрең Азалия.
***
0128 Ҡәҙерле әсәйебеҙ Хөсәйенова Зәкирә Миннеәхмәт ҡы­ҙын 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡот­лайбыҙ. Байрамың уңайынан һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән - тыныслыҡ, тәнеңдән - сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен.
Ҡотло булһын, әсәй, юбилейың,
Матур атһын килер таңдарың.
Рәхәт йәшә, изгелеге ҡайтһын
Һин үҫтергән балаларыңдың.
Ҡояш йылыһына йыйылғандай,
Һыйынабыҙ, әсәй, яныңа.
Тормош йәмен, матурлығын тойоп,
Йәшә, әсәй, йәшә тағы ла.
Ҡотлау менән улың Дамир, киленең Альбина, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Диана, ейәнең Алмаз, кейәүең Айрат.
***
0129 Ҡәҙерле әсәйем Хөсәйенова Зәкирә Миннеәхмәт ҡыҙын матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Әсәй! Һин күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртаһың һәм йылытаһың! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ, әсәй , тормош йәмһеҙ,
Һинһеҙ,әсәй, донъя тар.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай,
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш көлһөн ғүмер таңыңда!
Иң изге теләктәр менән улың Әмир.
Читайте нас: