Киләсәк тормошоң изгелеккә, бәхеткә төрөнөп, именлектә-һаулыҡта, шатлыҡта ғына уҙһын. Балаларыңдың бәхетле яҙмышына шаһит булып, изгелектәрен күреп, ғаиләң менән бергә оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөнөп кенә эшләргә һәм йәшәргә яҙһын.
Күркәм ғүмер байрамың бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-дәрт, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, көр кәйеф һәм күңел күтәренкелеге бүләк итһен. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын.
Киләсәгең матур, күркәм булһын,
Осрамаһын Һиңә кәртәләр.
Аҡ бәхеттәр генә алып килһен
Киләсәктә тыуыр иртәләр.
Ауырлыҡтар бер ҙә кисермә һин,
Ҡыйынлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Йөҙөңдәге шатлыҡ нуры
Балҡып торһон, мәңге һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менән Айрат һәм Эльза Саттаровтар.