Яратҡаныбыҙ! Сәләмәтлегең ныҡлы, көндәрең ҡояшлы, ғүмерең оҙон, бәхеттәрең мул булһын. Һөйөп-һөйөлөп, һәр миҙгелгә ҡыуанып йәшә, уҡыуыңда уңыштар, шатлыҡтың олоһо, имен һәм мул тормош насип булһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән өләсәйең Мәхүбә, олатайың Фән, атайың Илшат, әсәйең Ләйлә, апайың Лиана, туғандарың Рамазан һәм Илнара.