Яҡыныбыҙға ҡоростай сәләмәтлек, шатлыҡтар теләйбеҙ. Балаларыңдың изгелеген күреп, еңгәбеҙ менән бергә иңгә - иң терәп, уйлаған уйҙарығыҙҙы, маҡсаттарығыҙҙы тормошҡа ашырып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Ғинуар һалҡындарында тыуған булһаң да, яҡындарыңа, дуҫтарыңа йылылыҡ бирә торған ҡайнар йөрәгеңә тағын да көс - ҡеүәт өҫтәлһен. Күңелең ҡышҡы тәҙрәләрҙәге биҙәктәрҙәй, матур, далалай киң булһын.
Тыуһаң да һин, ағай, ғинуарҙа,
Ҡышҡы һыуыҡ бер көндә,
Ләкин һинән кешеләргә
Һәр саҡ йылы бөркөлә.
Изгелек ул ерҙә ятмай,
Булмай уны онотоп.
Ғүмер буйы йәшә шулай
Кешеләрҙе йылытып.
Ҡотлау менән ҡустың Ғайса, киленең Миләүшә Ғәйфуллиндар.