Бар күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Ошо хистәрҙе бөтә яҡындарыңа бирәһең. Үҙеңде белгән бар кешеләрҙең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин.
Ҡәҙерлебеҙ, һине матур байрамың менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы, балалар шатлығы, киләсәктә лә беҙгә терәк булып, бәхетле оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға һөйөнөп, фани донъя ҡыуаныстары кисереп, сәләмәтлек менән имен, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ,
Бәхет-шатлыҡ ташлап китмәһен.
Ғүмерле бул, гел шатлыҡта йәшә,
Ғүмер юлың бушҡа үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Фәүриә һәм балалар.