Ошо матур көндә уны бөтә йөрәктән тәбрикләйбеҙ һәм күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, яҡындарыңды ҡыуандырып, ҡәҙер-хөрмәттә, ҡайғы-хәсрәт күрмәй бәхетле, тыныс тормошта ғүмер кисерергә насип булһын.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла.
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың һәм балаларың.
***
0090 Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәм, ҡоҙағыйым Мөхәмәтйәрова (Яҙғарова) Резида Миндулла ҡыҙын матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта атайым менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Күңелеңә йыйған якшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Зөһрә, Әлиә, кейәүең Илдус, ҡоҙаң Фәүис, ейәндәрең Камил, Самира һәм ейәнсәрең Динара.