Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, яҡындарың-туғандарың хөрмәтен, ихтирамын татып, иҫәнлектә-һаулыҡта, әлегеләй көр күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Атайлы йорт – иң бәхетле нигеҙ,
Шаулап асыла уның ҡапҡаһы.
Ихатаһы тулы, табыны мул,
Бәхет менән балҡый йән-яғы.
Бәхет-шатлыҡтар кисереп,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Оҙаҡ йылдар яҙһын ине беҙгә,
Атай, тиеп наҙлап әйтергә.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Гәүһәр, улдарың Рәсил, Рәмзил, ҡыҙҙарың Гөлсинә, Эльмира, Гөлфинә, кейәүҙәрең Илшат, Альберт, Илнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.