Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Ғинуар 2021, 15:51

Батталова Гөлгөнә Таһир ҡыҙына

0055 Ап-аҡ ҡыштың матур бер көнөндә иң ҡәҙерле кешебеҙ - тормош иптәшем, беҙгә ғүмер бүләк итеүсе, иркәләп-наҙлап үҫтереүсе, бар ғүмерен, бул­мы­шын ғәзиз балаларына ба­ғышлаусы әсәйебеҙ, киң кү­ңелле һәм йомарт өләсә­йебеҙ, ҡәйнәбеҙ, әбейем - Үтәгән ауылында йәшәүсе Батталова Гөлгөнә Таһир ҡыҙын күркәм юбилейы - 65 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө: уның менән яҡты ла, йылы ла, рәхәт тә. Беҙ уның аҡыллы, көслө рухлы, талапсан булыуын хөрмәт итәбеҙ, изгелеклелеге, кешелеклелеге алдында баш эйәбеҙ, миһырбанлы, итәғәтле булыуына һоҡланабыҙ. Һөйөклө әсәйебеҙҙе оло байрамы менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерле әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, атайыбыҙ менән һаулыҡ-сәләмәтлектә күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер. Балаларыңдың ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшәгеҙ. Тыуыр таңдарың — аяҙ, килер көндәрең — яҡты, шатлыҡлы булһын!
Әсәй, әйҙә, ғүмер үтһә үтһен,
Йәшә әле, йәшә, йөҙгә ет!
Һау-сәләмәт булып, шатлыҡ,
Ҡыуаныстар менән ғүмер ит!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Заһир, улдарың Динар, Линар, Айнур, ҡыҙҙарың Дилбәр, килендәрең Селина,Лилиә,Лилиә, кейәүең Илгиз һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Динара, Сабина, Айбулат, Юлиә, Линара, Сыңғыҙ, Назар, Айгизә, Гүзәл, Искәндәр, Динислам, Арыҫлан.
Читайте нас: