Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Ғинуар 2021, 17:49

Ҡормашев Шәүҡәт Фәрит улына

0057 Мөкәй ауылында йәшәүсе иң яҡын кешебеҙ - тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ҡормашев Шәүҡәт Фәрит улын 60 йәшлек күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Яҡыныбыҙға ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡтар теләйбеҙ. Балала­рың­дың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изге­леген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә, әсәйебеҙ менән бергә иңгә-иң терәп, уйлаған барлыҡ уйҙарыңды тормошҡа ашырып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Рәйсә, улың Рәмил, киленең Юлиә, кесе улын Руслан, киленең Юлиә, ейәндәрең Илназ, Илнур, ейәнсәрең Ләйсән.
Читайте нас: