Әсәйебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Беҙгә терәк, кәңәшсе булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Күрһәткән изгелектәреңдең игелектәрен күреп, ауырыу белмәй, бәхетле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Һин ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән.
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Фәнәзиә, Рәмзиә, Фәнилә, улың Илдар, киленең Менәүәрә, кейәүҙәрең Фирҙәүес, Зөлфәр, Мөхәмәтнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.