42 йыл “Бүләк” хужалығында эшләп, үҙеңде намыҫлы эшсән итеп күрһәттең. Тырышлығың, ярҙамсыллығың менән беҙгә өлгө булып тораһың.
Хоҙай Тәғәлә һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Ҡотлау менән әсәйең Рәйсә, ҡустың Ильяс,
киленең Гөлсәсәк, туғандарың Алһыу, Алик, Илназ, Ильяна һәм Әмир.