Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, ҡыуаныс-шатлыҡтарға төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә ҡыуанып йәшәргә яҙһын!
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон,
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙәрҙең яҡты, нурлыһын!
Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарығыҙ.
Бәхет-шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрегеҙ.
Иң изге теләктәр менән улың Фәнис, киленең Айсара, ейәндәрең Ирек, Айҙар, ейәнсәрең Диана.